Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Концерт дискотека үтте

8 июнь көнө район мәҙәниәт һарайы алдында йәштәр өсөн концерт-дискотека үтте. Рәсәй көнөнә арналған был сараны “Тамсыҡай” вокал ансамбле “Дети России” йыры менән асып ебәрҙе. Сараны күңелле итеп Артур Сатвалов һәм Эльмира Муллағолова алып барҙылар. Дәртле, матур йырҙары менән Артур Сатвалов, Айрат Баязитов, Надир Манапов, Эльмира Муллағолова, Ильяс Туҡбаев,Нәфис Тулыбаев, Йәнгүзәл Ҡолбирҙина, Фәнис Үтәбаев сығыш яһанылар. Ҡурай моңдарына һәм баян көйҙәренә Рәфис Мөстәхитдинов һәм Илшат Ырыҫбаев бейеттеләр. Шулай уҡ, райондашыбыҙ, Фәйзи Ғәскәров исемендәге данлыҡлы бейеү ансамбле солисткаһы, БР атҡаҙанған артисы Эльвира Муллағолова матур йырҙары менән ҡыуандырҙы. Концертта ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт! Йыр-моңдан айырылмай, мәңге йәш, матур булып йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ!