Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

“Һаулыҡ – ҙур байлыҡ”

Район мәҙәниәт һарайында ололар өсөн “Һаулыҡ – ҙур байлыҡ” тип исемләнгән фәһемле сара үтте. Кисәлә халыҡ медицинаһы серҙәрен белгән Айытбаева Фәриҙә Оморҙаҡ ҡыҙы бик ҡыйынлыҡтар тыуҙырмаған күнекмәләрҙе бергәләп эшләтһә, “Ғаилә” үҙәге психологы Вәлиева Мәҙинә Сәлихйән ҡыҙы фәһемле тренинг үткәрҙе. Был ял кисәһенән һәр кем ҡәнәғәт булып,үҙҙәренә кәрәкле кәңәш алып,ҡыуанып таралды.Матур сара ойоштороуҙа ҡатнашҡан белгестәргә ҙур рәхмәт әйтеп, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ! Иҫән-һау булайыҡ!