Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Йыл йомғаҡтары буйынса кәңәшмә

12 февраль көнө  Иҫке Собханғол мәҙәниәт һарайының тамаша залында  район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең кәңәшмәһе булып уҙҙы.  Сараны Бөрйән район мәҙәниәт мәҙәниәт бүлеге етәксеһе  К.М. Тләүбаева 2023 йылға эшмәкәрлеге һәм 2024 йылға эш планы буйынса сығышы менән башланды. Артабан һәр ойошма директорҙары үҙҙәренең эше буйынса йомғаҡлау докладттары менән сығыш яһанылар. Район Хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары В.Ф.Вәлеева мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Кәңәшмә аҙағында  ауыл мәҙәниәт йорттарына материаль-техник базаһын нығытыуға сертификаттар тапшырылды, юбилярҙар һәм республикала район данын күтәреп йөрөүсе коллегаларҙы ҡотлап үтелде. Алдағы йылда ла  емешле ижад итергә булһын!