Столица культуры в Бурзянском районе

Праздник Курая

Һабантуй (сабантуй) Бурзянский район

Танцы у юрты Бурзянский район

Курай байрам

Столица культуры в Бурзянском районе

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең __ йыллығына арналған митинг сценарийы

Үткәреү ваҡыты: 09 май 2016 йыл, 10.00 сәғ.

Үткәреү урыны: ____________

Музыка: МАРШ яңғырай

Алып барыусы: _________

09.49-09.50 Левитан

 

09.50-10.00 Парад /марш көйҙәре уйнай/ (беренсе сәхнә)

10.00 сәғ. рапорт.

10.05 сәғ. Парад китә, оркестр уйнай

10.10-10.15 шиғыр уҡыла /фон/

“Үлемһеҙ полк” гимны уйнай

 

10.15-10.20 Һәйкәл янына ветерандарҙы урынлаштыралар. Халыҡ теҙелә.

 

10.20 А.Б.: Хәйерле көн хөрмәтле ветерандар! Райондаштар! Килгән ҡунаҡтар! Һеҙҙең барығыҙҙы ла оло байрам – Бөйөк Ватан Һуғышында Совет халҡының Еңеү көнө менән ҡотлайбыҙ! ___-се тапҡыр илебеҙгә яңы һулыш, яңы көс-ҡеүәт, шатлыҡ менән Еңеү байрамы килә!

Бөйөк Еңеүҙең ___ йыллығына арналған митинг асыҡ тип иғлан ителә.

 

Рәсәй Федерацияһы гимны

 

А.Б.: Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға __ йыл үтеп китеүгә ҡарамаҫтан, һуғыш яралары һаман да һыҙлай, күңел яралары тынғылыҡ бирмәй. Беҙҙең яҡты тормош, аяҙ күк өсөн үҙ йәндәрен, тәндәрен фиҙа ҡылып яу ҡырынан күптәр тыуған иленә кире әйләнеп ҡайта алманы. Ҡаһарман яу ҡорбандары хөрмәтенә, яугирҙәр иҫтәлегенә сәскәләр һалайыҡ.

/Вахутинский маршы, Сәскәләр һалыу/

 

А.Б.: Бөгөн беҙ, еңеүсе яугирҙәр, бөйөк азатлыҡ һуғышында ҡатнашҡан ветерандар алдында баш эйәбеҙ!

Көслө рухлы, батыр, ҡыйыу, ҡурҡыу белмәҫ илде һаҡлаусыларға, уларҙың үҙҙәренән һуң ҡалған эҙенә мәңгелек дан һәм ихтирам!

 

А.Б.: Ҡотлау өсөн һүҙ __ Хакимиәте башлығы __ бирелә. Рәхим итегеҙ!

 

А.Б.: Һүҙ һуғыш ветераны __ бирелә. Рәхим итегеҙ!

 

А.Б.: Бөгөнгө байрамда ҡәҙерле ветерандарыбыҙҙы күреү айырыуса тулҡынландырғыс. Илебеҙҙең азатлығын тәьмин иткән ветерандарҙы хәстәрләү – беҙҙең изге бурысыбыҙ. Йәш быуындың һеҙҙән өлгө алып, республикабыҙҙың артабанғы ышаныслы үҫешен тәьмин итеүе менән ғорурлана алаһығыҙ. Бөгөнгө байрам танатанаһында ҡатнашҡан яугир ветерандарҙы ысын күңелдән байрам менән ҡотлайбыҙ! Һеҙҙең һәр берегеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, шатлыҡ ҡыуаныстар  теләбеҙ. Бына улар Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыусылар:

  1.  
  2.  

Еңеү байрамында һеҙҙең исемдәр изгелек һәм тыныслыҡ байрағы булып балҡыһын!

 

А.Б.: Һуғыш тиҫтәләрсә миллион кешене тол, йәтим, ғәрип итте. 20 миллиондан артыҡ кешенең ғүмере ваҡытһыҙ өҙөлөү, юғалтыуҙарыбыҙҙың иң ауыры булды.

Ә ул шаңдау артында күпме ғаиләнең, күпме кешенең һағышлы йөрәк әрнеүе! Шул егерме миллион ҡорбан эсендә беҙҙең райондаштарыбыҙ, яҡташтарыбыҙ ҙа бар. Беҙ бөгөн һуғышта ятып ҡалған, һуғышта ҡатнашып, әлеге ваҡытта беҙҙең арала булмаған олатай - бабайҙарыбыҙҙы, атайҙарыбыҙҙы иҫкә алып, улар хөрмәтенә мәңгелек ут янында бер минутҡа тын ҡалайыҡ.

/Бер минут тынлыҡ, метроном/

 

А.Б.: Ветерандар уҙа, атлағанда,

Сыңлап китә көмөш миҙалдар.

Йөҙҙәренә бағам, был йөҙҙәрҙә,

Күпме ихтыяр һәм сыҙам бар.

 

Ветерандар уҙа һәр беренең

Яҙмыштары йырға торорлоҡ.

Күңелдәрҙә тик бер теләк янған,

«Халҡыма һәм илгә тоғролоҡ!»

 

Дан һәм хөрмәт һеҙгә ҡәҙерле ветерандар! Һеҙҙең һәм Бөйөк Еңеү хөрмәтенә - Салют. /салют атыла/

 

А.Б.: Беҙҙең Бөйөк Еңеү хаҡындағы иҫтәлек быуаттан-быуатҡа нығынһын, бар доньялағы тыныслыҡ һөйөүсе кешеләрҙе берләштерһен. Бөйөк Еңеү өсөн ғүмерҙәрен аямаған батырҙарға мәңгелек дан! Ҡаһарман ветерандарыбыҙға һаулыҡ, оҙон ғүмер, тыныслыҡ, шатлыҡ ҡыуаныстар һәм бәхет теләйбеҙ!

Байрам менән, Еңеү көнө менән, ҡәҙерле дуҫтар!

Ҡәҙерле райондаштар, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең __-йыллығына арналған митинг ябыҡ тип иғлан ителә.

/Рәсәй Федерацияһы гимны/

А.Б.: Ә хәҙер, хөрмәтле ветерандар күмәкләп фотоға төшәбеҙ

/“День Победы” йыры уйнай/ 

Администрация Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Республиканский центр народного творчества Культура.рф 

 

Столица культуры в Бурзянском районе

450 лет со дня вхождения Башкортостана в состав России

Культурная столица в Бурзянском районе

КВН в бурзянском районе

Культурная столица в Бурзянском районе

Культурная столица в Бурзянском районе

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
12 + 2 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.
Яндекс.Метрика