Столица культуры в Бурзянском районе

Праздник Курая

Һабантуй (сабантуй) Бурзянский район

Танцы у юрты Бурзянский район

Курай байрам

Столица культуры в Бурзянском районе

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Иҙел Ниязғолов иҫтәлегенә гармун байрамы үтте

22 майҙа Байназар ауыл мәҙәниәт йорто гармун моңдарына күмелде. 
БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Иҙел Ниязғолов иҫтәлегенә үткәрелгән был сара күптән матур йолаға әйләнгән. Унда райондың төрлө ауылдарынан 35 гармунсы, шулай уҡ 2 дуэт башҡарыусы һәм 2 ансамбль ҡатнашты. Конкурс шарттарына ярашлы ҡатнашыусылар икешәр әҫәр уйнап ишеттерҙе - бейеү көйҙәренә теҙмә һәм үҙе һайлаған көй.
Гала концерт, Урал Иҙел улы Ниязғолов етәкләгән, "Моңдаръя" халыҡ баянсылар ансамбле сығышы менән башланып китте. Артабан бер-бер артлы гармунсылар үҙҙәренең оҫталыҡтарын халыҡҡа еткерҙеләр. Концертҡа, шулай уҡ, Иҙел Рәйес улының ейәне Вадим Ниязғоловтың бейеүе, Муса Нурдәүләтовтың йыры, "Ҡурыуҙы" халыҡ фольклор, "Миләш" вокал ансамбльдәре сығыштары ҙур йәм өҫтәне.
Әйткәндәй, гармун байрамының жюри рәйесе - билдәле сәсәниәбеҙ - һүҙ оҫтаһы, моңло йырсы, оҫта гармунсы - Гүзәл Әбдразаҡ ҡыҙы Сырлыбаева, 
жюри ағзалары:
- район мәҙәниәт һарайының тауыш операторы, "Моңдаръя" халыҡ баянсылар ансамбле етәксеһе, Иҙел Рәйес улының юлын дауам итеүсе улы - Урал Иҙел улы Ниязғолов,
- Район мәҙәниәт һарайы аккомпаниаторы, республика конкурстары лауреаты - Хәйҙәр Миңнур улы Нәҙершин,

- Район мәҙәниәт һарайы аккомпаниаторы - Илшат Азат улы Ырыҫбаев,
- Байназар ауылы мәҙәниәт йорто аккомпаниаторы - Әлфир Зөфәр улы Хәсәнов,
- Район мәҙәниәт һарайының методисы - Гүзәл Әхмәҙи ҡыҙы Фәйзуллина.
Районыбыҙҙа гармунда уйнауҙың электән килгән традицияларын һаҡлау һәм артабан үҫтереүгә иғтибар бирелә. Быны баһалама ағзалары ла билдәләне, бәйгеселәр үҙҙәре лә шуны раҫланы. Шул уҡ ваҡытта оҫталарҙың сығыштарында шәхси үҙенсәлектәр ҙә ҡолаҡҡа салына. 
Жюри ағзалары бер тауыштан гармун байрамының гран-при эйәһе тип Байғаҙы ауылынан Лилиә Хәлиуллинаны билдәләне. Байрамдың еңеүсеһе менән бер рәттән "Иң оҫта гармунсы"лар ҙа билдәләнде: Мөхәррәм Ҡасҡынбаев (Яңы Мөсәт), Әнис Ишемғужин (Иҫке Монасип), Баязит Саяхов (Мәһәҙей), Әнүәр Иҫәнғужин (Ғәлиәкбәр), Ғәлләм Маликов (Яуымбай), Айрат Мөхәмәҙиев (Ҡолғана). 
1 урынды Зөфәр Ғәлиуллин (Аҫҡар) яулаһа,
2 урынды 2 ҡатнашыусы бүлеште - Хөсәйен Рәхмәтуллин (Яңы Усман) һәм Шәфҡәт Мәзитов (Яңы Усман).
3 урында - Рәйхана Иҫәнғазина(Тимер), Фаил Үтәбаев (Байназар), Хәләф Хафизов ((Байназар). 
ҠОТЛАЙБЫҘ!!! 
Иң йәш ҡатнашыусы булараҡ махсус бүләктәр Линар Вәлиевҡа (Байназар) һәм Рамаҙан Маликовҡа (Мәһәҙей) тапшырылды. Балаларҙың был байрамда ҡатнашыуы күңелдәргә ҙур ҡыуаныс өҫтәне.
Был, үҙ сиратында, гармун оҫталары араһында быуындар күсәгилешлеге һаҡлана тигән һүҙ. Гармун серҙәрен Линар менән Рамаҙанға бик һөҙөмтәле итеп Баязит Сәйәхов төшөндөрә. 
Дуэт башҡарыусылар араһында, "Гармун моңо - халҡым моңо" номинацияһында, Николай Семенов, Әптрәхим Теләмбитов (Брәтәк) һәм Булат Айытбаев, Дамир Шәрипов (Яңы Монасип) билдәләнде. Ансамбльдәр араһында, шундай уҡ номинацияла, Яңы Усман һәм Байназар ауыл мәҙәниәт йорттары гармунсылар ансамбльдәре бүләкләнде. Барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа диплом һәм иҫтәлекле бүләк алып ҡыуанды. 
БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре иҫтәлегенә үткән гармун байрамының сираттағыһы, унда ҡатнашҡандарҙың барыһына ла яңы дәрт һәм ижад ҡомары өҫтәп, матур сығыштар менән тантаналы ябылды. Алдағыһы тағы ла ике йылдан маһирҙарҙы үҙенә саҡырыр...

Администрация Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Республиканский центр народного творчества Культура.рф 

 

Столица культуры в Бурзянском районе

450 лет со дня вхождения Башкортостана в состав России

Культурная столица в Бурзянском районе

КВН в бурзянском районе

Культурная столица в Бурзянском районе

Культурная столица в Бурзянском районе

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
1 + 3 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.
Яндекс.Метрика