Столица культуры в Бурзянском районе

Праздник Курая

Һабантуй (сабантуй) Бурзянский район

Танцы у юрты Бурзянский район

Курай байрам

Столица культуры в Бурзянском районе

Яуымбай ауылында "һаумыһығыҙ, ауылдаштар " байрамы үтте

29 июнь Яуымбай ауылында "һаумыһығыҙ, ауылдаштар " байрамы үтте.
Был ҙур сараға әҙерлек алдан башланды. Һәр кем үҙенең йорт - ихатаһын төҙөкләндерҙе, буяны. 
Байрам көндө, бөтә ауыл халҡы һәм килгән ҡунаҡтар "Ташөй" буйындағы яланға йыйылды.
Ауыл хакимиәте башлығы Айрат Зиннур улы Салауатов байрамды асыҡ тип иғлан итте. Ауыл старостаһы ауылдың тарихы тураһында һөйләп үтте.
Байрамдың иң күңелле өлөшө бүләкләү тантанаһы булғандыр... "Өлгөлө йорт ", "Татыу ғаилә ", "Иң оло кеше ", "Уңған хужабикә", "Оҫта ҡуллы ир - егет" һәм башҡа номинациялар булдырылғайны. Бүләкләүҙәр һәм ҡотлауҙар концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.

Сараның тантаналы өлөшө тамамланғас, ауылыбыҙҙың һәүәҫкәр артистарының ҙур концерты башланды. Уларҙың сығышын халыҡ бик яратып ҡараны.
Үҙебеҙҙең ауылдашыбыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, йырсы Баязит Байназаров йырҙарын бүләк итеп ҡыуандырҙы. 
Төрлө уйындар ойошторолдо: спорт, милли, балалар өсөн айырым уйындар. Йәше лә, олоһо ла бик әүҙем ҡатнашып, бүләктәр алып ҡыуандылар.
Туғандар йыйылған түңәрәк табын артында ла изге теләктәр яңғыраны. Һәр ғаилә киләсәктә йышыраҡ осрашырға вәғәҙә биреште.
21.00 сәғәттә, ауылдың үҙәк урамында дискотека башланды. Диджей үҙе Баязит Байназаров, бик күңелле алып барҙы. Аҙаҡ " Сусаҡ " тауынан байрам салюты яңғыраны.

Артабан йәштәр өсөн дискотека мәҙәниәт йортонда дауам итте.
Байрам бик куңелле утте. Ойоштороусыларҙың тырышҡаны күренеп тора,бөтә халыҡ ҡәнәғәт булып, ҡыуанып ҡайтты.

Администрация Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Республиканский центр народного творчества Культура.рф 

 

Столица культуры в Бурзянском районе

450 лет со дня вхождения Башкортостана в состав России

Культурная столица в Бурзянском районе

КВН в бурзянском районе

Культурная столица в Бурзянском районе

Культурная столица в Бурзянском районе

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
1 + 4 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.
Яндекс.Метрика