Столица культуры в Бурзянском районе

Праздник Курая

Һабантуй (сабантуй) Бурзянский район

Танцы у юрты Бурзянский район

Курай байрам

Столица культуры в Бурзянском районе

Яңы Мөсәт мәҙәниәт йортонда сәскәләр һәм буҙа байрамы үтте

Бер байрам да, бер генә тантана ла сәскәләрһеҙ һәм халҡыбыҙҙың шифалы эсемлектәренең береһе буҙаһыҙ үтмәй. Килгән ҡунаҡҡа ҙур хөрмәт күрһәтеү билдәһе лә ул. Сәскәләр – урамдарҙы, баҡсаларҙы, йорттарҙы йәмләй, ә бүлмә гөлдәре ҡалай матур һуң! Донъяла сәскәләрҙән дә матурыраҡ, наҙлыраҡ әйбер юҡ.
Беҙҙең Яңы Мөсәт ауылында ла сәскә яратыусы һәм йорт тирәһендә сәскә үҫтереүсе хужабикәләр бик күп.
Күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләрҙән гөлләмәләр, композициялар өҫтәлдәрҙе биҙәне .Ошо матурлыҡ яратыусы, уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ үҙенең сәскәләре тураһында һөйләне. Әлбиттә байрам йыр-моңһоҙ үтмәй. Беҙҙең байрамыбыҙҙы "Айгүзәл" бейеү ансамбле ҡыҙҙары матур бейеүҙәре менән биҙәне.
Шулай уҡ байрамдың икенсе өлөшөндә буҙаның туҡлыҡлы ла, файҙалы ла был эсемлегебеҙ тураһында барҙы. Һәр кем үҙенең буҙа ҡойоу серҙәре менән бүлеште һәм буҙа менән һыйланы.
Йәгеҙ әле, бергәләшеп
Ҡояйыҡ әле буҙа.
Буҙа эшләп, тәмләп эсһәң,
Ғүмерҙәр матур уҙа.
Байрамда ҡатнашҡан һәр кем бүләк алып ҡыуанды.
Байрам күмәкләп сәй эсеү менән тамамланды.
Артабан да күңелдәрегеҙ матурлыҡҡа ынтылһын, иҫән-һау , йомортлыҡта, муллыҡта, тормошто сәскәләр менән йәмләп йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ!

Администрация Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Республиканский центр народного творчества Культура.рф 

Столица культуры в Бурзянском районе

450 лет со дня вхождения Башкортостана в состав России

Культурная столица в Бурзянском районе

КВН в бурзянском районе

Культурная столица в Бурзянском районе

Культурная столица в Бурзянском районе

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
2 + 1 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.
Яндекс.Метрика