Столица культуры в Бурзянском районе

Праздник Курая

Һабантуй (сабантуй) Бурзянский район

Танцы у юрты Бурзянский район

Курай байрам

Столица культуры в Бурзянском районе

Бөрйән районы яңы таланттар асты

28 ноябрь  Байназар ауыл мәҙәниәт йортонда “Бөрйәндең егеттәре” исемле ир-егеттәр вокал ансамблдәре араһында  район йыр конкурсы үтте. Сара башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына арналды. Конкурста барлығы  12 ансамбль, 3 дуэт, 2 трио ҡатнашты. Положение буйынса һәр коллектив 2 йыр башҡарҙы: тыуған яҡ, тыуған ил, Башҡортостан тураһында һәм үҙҙәре һайлап алған йыр. Һайлап алыу туры бик сәмле һәм дәртле барҙы. Конкурстың жюри ағзалары булып эшләнеләр:

  1. Район мәҙәниәт бүлеге начальнигы, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре - Клара Мөнир ҡыҙы Теләүбәева;
  2. Камил Рәхимов исемендәге сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы, “Бөрйәнем” халыҡ вокал ансамбле етәксеһе -  Роза Ғәлиулла ҡыҙы Хәсәнова;
  3.  “Мираҫ”фольклор, “Инсебикә” вокал халыҡ ансамблдәре етәксеһе Хәлиҙә Айрат ҡыҙы Ғәҙелшина;
  4. Камил Рәхимов исемендәге сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы, район мәҙәниәт һарайы аккомпаниаторы  Илшат Азат улы Ырыҫбаев.
  5. Район мәҙәниәт һарайы методисы – Гүзәл Әхмәҙи ҡыҙы Фәйзуллина.

Конкурстың финалына тамашасылар ҙа дәррәү генә йыйылды. Моңло, рухлы, дәртле йырҙар башҡарған һәр ҡатнашыусыны дәррәү алҡышлап оҙатты халыҡ.

Конкурстың иң төп бүләген хор номинацияһында Гран-при яулап Иҫке Собханғол мәктәбе ир-егеттәр коллективы (ет.Әхәт Әбдрәхимов) эләктерҙе.  

Ансамбльдәр араһында Гран-при - “Килдеғол бөркөттәре” (Килдеғол),  1 урын – “Аҫылташ” (Юл хеҙмәтләндереү һәм төҙөкләндереү идаралығы), 2 урын – “Бөрйән егеттәре” (Урал аръяғы агро-сәнәғәт колледжының Иҫке Собханғол ауылы филиалы), 3 урын – “Аҫылйәр” (Әтек) ансамбльдәре лайыҡ булдылар. Үҙҙәренең дәрте, үҙенсәлеге менән алдырған “Ирәүән” вокал ансамбле (Яңы Усман) “Тамашасы һөйөүе”, “Моңдаштар” (Брәтәк) – “Өмөт” номинацияһында билдәләнделәр.

             Трио башҡарыусылар номинацияһында Яңы Монасип ауылының ир-егеттәре – 1 урын,           дуэт башҡарыусылар араһында Илнар Мөхәмәтйәнов һәм Шатморат Рәхмәтуллин (Байназар) – 1 урын, Мөнир Ғәфүров һәм Рауил Өмөтҡолов (Яңы Мөсәт) – 2 урын  яуланылар. Ҡотлайбыҙ!!!

            “Иң әүҙем ҡатнашыусы” номинацияһында “Нөгөш егеттәре” (Ғәлиәкбәр), “Йәдкәр” (Иҫке Монасип), “Байрам” (Тимер), ”Түңгәүер” (Мәһәҙей) вокал ансамблдәре һәм Әбделмәмбәт ауылы триоһы билдәләнделәр.

            Барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа Район мәҙәниәт бүлегенең дипломы һәм аҡсалата премия менән бүләкләнделәр.

            Бөрйән ере таланттарға ифрат бай, тиҙәр. Ошо һүҙҙе тағы бер ҡат иҫбатланы районыбыҙҙың көслө заттары район конкурсында. Киләһе йылдарҙа ла ошо дәрт һүрелмәһен! Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткереп, һаулыҡ, бәхет, именлек теләйбеҙ!

 

 

 

Администрация Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Республиканский центр народного творчества Культура.рф 

 

Столица культуры в Бурзянском районе

450 лет со дня вхождения Башкортостана в состав России

Культурная столица в Бурзянском районе

КВН в бурзянском районе

Культурная столица в Бурзянском районе

Культурная столица в Бурзянском районе

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
12 + 5 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.
Яндекс.Метрика