Шәп егет - 2021
17 февраль, Иҫке Собханғол ауылының балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре араһында үткән, "Шәп егет - 2021" конкурсының финал өлөшө булып үтте!
Бер сәхнәлә береһенән-береһе тапҡыр, сос, дәртле егеттәребеҙ үҙ-ара көс һынашты! Был бәйге бәләкәстәрҙең рухлы сығыштары, дәртле бейеүҙәре менән тамашасы күңеленә хуш килде!
Конкурста ҡатнашыусыларҙы жюри түбәндәге номинацияларҙа билдәләне:
"Аҡбуҙат" балалар баҡсаһынан - Аяз Ғәбиҙуллин - "Иң шәп егет"
Ҡайынтүш балалар баҡсаһынан - Батырхан Сөләймәнов - "Иң һәләтле батыр";
Баҙал балалар баҡсаһынан - Айҙар Байғужин - "Тамашасы һөйөүе"
Баҙал балалар баҡсаһынан - Мансур Муллағолов - "Уғатар батыр"
Баҙал балалар баҡсаһынан - Аҫҡар Байғужин - "Иң сәмле батыр"
"Аҡбуҙат" балалар баҡсаһынан - Арслан Ғәлин - "Иң етеҙ батыр"
"Аҡбуҙат" балалар баҡсаһынан - Ризуан Ҡаһарманов - "Иң отҡор батыр"
"Аҡбуҙат" балалар баҡсаһынан - Нурлан Буранов - "Иң сос батыр"
"Аҡбуҙат" балалар баҡсаһынан - Рушан Исҡужин - "Иң зирәк батыр"
"Аҡбуҙат" балалар баҡсаһынан - Ибраһим Ғәлин - "Теүәкәл батыр"
"Аҡбуҙат" балалар баҡсаһынан - Альберт Алтынбаев - "Рухлы батыр"
"Аҡбуҙат" балалар баҡсаһынан - Нариман Зарипов - "Дарманлы батыр"
"Аҡбуҙат" балалар баҡсаһынан - Дамир Алтынбаев - "Иң ҡыйыу батыр"
"Аҡбуҙат" балалар баҡсаһынан - Хәмзә Кәримов - "Өмөт"
Егеттәрҙе конкурсҡа әҙерләгән ата-әсәйҙәргә һәм әлбиттә тәрбиәселәргә, музыка етәкселәренә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Киләсәктә уңыштар, һаулыҡ бәхет теләйбеҙ!