ЯҘ ГҮЗӘЛЕ - 2021
23 март Район мәҙәниәт һарайы береһенән - береһе гүзәл, тапҡыр 11 һылыуҙы бер сәхнәгә йыйҙы.
Улар "Яҙ гүзәле - 2021" район конкурсында һынау тотто. Һылыуҙар һәр яҡтан үҙҙәрен күрһәттеләр- кемдер өҙҙөрөп бейене, икенселәр моңло итеп йырланы, нәфис һүҙ оҫтаһы ла бар араларында! Һылыу ҡыҙҙар башта номинациялар буйынса билдәләнде:
"Тамашасы һөйөүе" номинацияһында - Виолетта Шайхутдинова;
"Һәләтле һылыуҡай" номинацияһында - Айгүзәл Сәйфетдинова;
"Нәзәкәтле һылыуҡай" - Нәйлә Бирҙекәева;
"Рухлы һылыуҡай" - Айһылыу Исхаҡова;
"Наҙлы һылыуҡай" - Алтынай Ишбаева;
"Мөләйем һылыуҡай" - Нәсимә Шәмсетдинова;
"Зауыҡлы һылыуҡай" - Алһыу Әхтәмова;
"Һөйкөмлө һылыуҡай" - Гөлмира Ғәрифуллина;
"Сая һылыуҡай" - Айсулпан Исхаҡова;
"Моңло һылыуҡай" - Венера Хәбибуллина.
Урындар түбәндәгесә:
3-сө урын - Алтынай Ишбаева (Әтек ауылы)
3-сө урын - Нәйлә Бирҙекәева (Яңы Мөсәт ауылы)
3-сө урын - Виолетта Шайхутдинова (Иҫке-Собханғол ауылы)
2-се урын - Алһыу Әхмәтова (Яңы - Собханғол ауылы)
2-се урын - Венера Хәбибуллина (Иҫке-Собханғол ауылы)
1-се урын - Айгүзәл Сәйфетдинова (Әбделмәмбәт ауылы)
Гран-при һәм Яҙ гүзәле - 2021 титулына лайыҡ булды Брәтәк ауылынан Нәргизә Ғәбитова!
Афарин, ҡыҙҙар! Киләсәктә лә матурлыҡҡа ынтылып, тирә-яҡтағыларға нәфислек бүләк итеп, гүзәллектең алиһәһе булып йәшәгеҙ!
R.s. Һылыуҙарыбыҙға матур ленталар эшләп биреүсе ДИЗАЙН СТУДИЯ АЙСАН (https://m.vk.com/aysanfoto?from=profile) һәм үҙенең спонсор ярҙамы күрһәткәне өсөн шәхси эшҡыуар Гүзәлиә Ҡасҡынбаеваға ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ! Эшегеҙ һәр саҡ уң булһын!