Столица культуры в Бурзянском районе

Праздник Курая

Һабантуй (сабантуй) Бурзянский район

Танцы у юрты Бурзянский район

Курай байрам

Столица культуры в Бурзянском районе

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре кәңәшмәһе.

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең быйылғы йылда тәүге йыйылышы - 2020 йылға йомғаҡ яһау һәм 2021 йылға эш планы һәм маҡсаттар алыу кәңәшмәһе булып үтте. Мәҙәниәт бүлеге эшмәкәрлеге буйынса йомғаҡ яһаны - Бөрйән районы мәҙәниәт бүлеге начальниғы Тләүбаева Клара Мөнир ҡыҙы. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә матур теләктәрен еткерҙе район хакимиәте башлығының социаль һәм кадраҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Венера Фәрит ҡыҙы Вәлиева. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы уңайынан район Советының Маҡтау ҡағыҙҙары, Башҡортостан Республикаһы сәсәндәр үҙәгенең, Башҡортостан Республикаһының 6-сы саҡырылыш Дәүләт йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Айнур Илгиз улы Бейембәтовтың, район мәҙәниәт бүлегенең Рәхмәт хаттары тапшырылды. Пандемия ваҡытында үҙҙәренең ярҙамынан ауылдаштарын айырмаған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре мәҙәниәт бүлегенең Рәхмәт хаттары һәм яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткэн ауыл мәҙәниәт йорттары сертификат менән бүләкләнде. Профсоюз ойошмаһы рәйесе Уразаева Айгүзәл Камил ҡыҙы матур күркәм байрамдарын билдәләүсе юбилярҙарҙы ҡотлап бүләк тапшырҙы. Байрам аҙағынан коллектив фотоға төшөп, М.Кәримдең "Өс таған” хикәйәһе буйынса Айнур Аскаров төшөргән кино ҡарап таралаштылар.
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, яңынан-яңы ҡаҙаныштар һәм ижади үрҙәр юлдаш булһын!

      

Администрация Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Республиканский центр народного творчества Культура.рф 

Столица культуры в Бурзянском районе

450 лет со дня вхождения Башкортостана в состав России

Культурная столица в Бурзянском районе

КВН в бурзянском районе

Культурная столица в Бурзянском районе

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
3 + 12 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.
Яндекс.Метрика