Столица культуры в Бурзянском районе

Праздник Курая

Һабантуй (сабантуй) Бурзянский район

Танцы у юрты Бурзянский район

Курай байрам

Столица культуры в Бурзянском районе

Халыҡ-ара театр көнө менән!

26 март, Халыҡ-ара театр көнө уңайынан,  район мәҙәниәт һарайында Бөрйән район мәҙәниәт һарайының “Тамаша” театр коллективы Әнғәм Атнабаевтың “Игеҙәктәр” комедияһын тамашасы хөкөмөнә сығарҙы.

“Игеҙәктәр” комедияһы уҙған быуаттың 70-се йылдарын үҙ эсенә ала. Әҫәрҙә ауыл тормошо, колхоз, һауынсылар яҙмышы күрһәтелә. Ваҡиғалар үҙәгендә, исеменән үк күренгәнсә, ике игеҙәк ҡыҙ һәм улар менән булған ҡыҙыҡлы хәлдәр һүрәтләнә. Тамашаға килеүселәр һәүәҫкәр әртистәрҙең сығышын бик ихлас ҡул сабып ҡараны. Спектаклдә уйнаған һәр әртист үҙ ролен яратып башҡарҙы. Ролдәрҙе уйнанылар: игеҙәктәр - апалы-һеңлеле Илүзә Бариева һәм Айгүзәл Уразаева, ферма мөдире Нәби Хисмәтуллин ролендә Иршат Сәйетбаталов, Рәсмәттәй - Зөлфиә Исламова, Нәсимә - Гүзәл Фәйзуллина, Хәким - Марс Нәбиуллин, Малтабар - Фәнис Үтәбаев, Рәхмәт - Артур Сатвалов, Рушан Таһиров - Илфат Исламов, спектаклде сәхнәгә ҡуйҙы коллективтың етәксеһе, Раушания ролен башҡарыусы Алһыу Сирбаева. Коллективҡа ижади уңыштар, яңынан-яңы матур әҫәрҙәр сығарыуҙарын теләп ҡалабыҙ!

30 март район мәҙәниәт һарайына Яңы Усман ауыл мәҙәниәт йортоноң “Тарыуал” халыҡ театры коллективы Кирәй Мәргәндең “Шомбай” комедияһына саҡыра!

Әйткәндәй, апрель айында ла район мәҙәниәт һарайына күп коллективтар килергә йыйына. Тамаша менән килеүсе һәр коллективтың концерт ҡуйыу өсөн рөхсәте, йәғни маршрут ҡағыҙы булыуы мотлаҡ.

            

Администрация Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Республиканский центр народного творчества Культура.рф 

Столица культуры в Бурзянском районе

450 лет со дня вхождения Башкортостана в состав России

Культурная столица в Бурзянском районе

КВН в бурзянском районе

Культурная столица в Бурзянском районе

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
11 + 8 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.
Яндекс.Метрика