Столица культуры в Бурзянском районе

Праздник Курая

Һабантуй (сабантуй) Бурзянский район

Танцы у юрты Бурзянский район

Курай байрам

Столица культуры в Бурзянском районе

"Тауыш.Балалар.Бөрйән"

29 март Район мәҙәниәт һарайында 2 ай буйы дауам иткән "Тауыш.Балалар.Бөрйән" проектының финалы үтте.

Проект 10 февраль һайлап алыу турынан башланып киткәйне. Икенсе турҙа ҡатнашыусылар дуэт башҡарһалар, финалда инде һәр кем яңғыҙ йыр тәҡдим итте. Ҡатнашыусылар менән наставник-остаздары: Артур Фәтхитдин улы Сатвалов, Дилә Вәзих ҡыҙы Сәғәҙиева, Гүзәл Әхмәҙей ҡыҙы Фәйҙуллина шөғөлләнделәр, йыр-моң серҙәренә өйрәттеләр. Проектты ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс итеп Айгүзәл Камил ҡыҙы Уразаева алып барҙы.
Шулай итеп, ҡатнашыусыларҙы тулҡынландырған, тамашасыларҙы ҡыҙыҡһындырған вокал проектының еңеүселәре түбәндәгесә билдәләнде:
I дәрәжә лауреат дипломына- Иҫке Собханғол ауылынан Гүзәлиә Килдейәрова;
I дәрәжә лауреат дипломына - Баҙал биҫтәһенән Айһылыу Ғәлләметдинова;
II дәрәжә лауреат дипломына - Иҫке Собханғол ауылынан Рәсилә Сәғитова;
II дәрәжә лауреат дипломына - Тимер ауылынан Гөлфиә Зыянбаева,
II дәрәжә лауреат дипломына - Иҫке Собханғол ауылынан Наҙгөл Исламова
III дәрәжә лауреат дипломына - Иҫке Собханғол ауылынан Искәндәр Ғәлиуллин;

III дәрәжә лауреат дипломына - Иҫке Монасип ауылынан Ильнара Йомағолова;

 III дәрәжә лауреат дипломына - Яңы Собханғол ауылынан Айгизәр Манапов лайыҡ булдылар!
Ҡалған ҡатнашыусыларға ла финалист дипломы һәм иҫтәлеккә бүләктәр тапшырылды! Ҡотлайбыҙ! 

Проектта ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ҙур рәхмәт! Барығыҙға ла артабан да ижади уңыштар, ғаилә бәхете, йырлы-моңло оҙон ғүмер теләйбеҙ!

            

Администрация Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Республиканский центр народного творчества Культура.рф 

Столица культуры в Бурзянском районе

450 лет со дня вхождения Башкортостана в состав России

Культурная столица в Бурзянском районе

КВН в бурзянском районе

Культурная столица в Бурзянском районе

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
3 + 5 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.
Яндекс.Метрика