Столица культуры в Бурзянском районе

Праздник Курая

Һабантуй (сабантуй) Бурзянский район

Танцы у юрты Бурзянский район

Курай байрам

Столица культуры в Бурзянском районе

Бөрйәндәр Хәйбуллала

13 апрель көнө Район мәҙәниәт бүлеге начальниғы Клара Мөнир ҡыҙы Тләүбаева етәкселәгендә район мәҙәниәт һарайының бер төркөм хеҙмәткәрҙәре һәм үҙешмәкәр ансамблдәрҙә шөғөлләнеүселәр Хәйбулла районында концерт менән булып ҡайтты.

Киң далалы, сал ҡылғанлы, дәртле күңелле Хәйбулла ере ихлас, яҡты йөҙ, йыр-моң, милли риҙыҡ, йылы аштары, көслө дәррәү алҡыштары менән ҡаршы алды!
Район мәҙәниәт һарайы директоры Гөлнур Ғәле ҡыҙы тамашасыларға үҙенең күңел түренән сыҡҡан Бөрйән сәләмдәрен еткергәс, сәхнәгә Клара Мөнир ҡыҙы Тләүбаева күтәрелде, ул үҙ сиратында яҡташыбыҙ, Бөрйән егете, Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Динислам улына рәхмәт һүҙҙәрен еткереп сигелгән аҡ таҫтамал һәм мәҙәниәт бүлеге начальниғы Лариса Рәшит ҡыҙы Мәмбәтоваға иҫтәлекле бүләк тапшырҙы. Яҡташыбыҙ Рөстәм Динислам улы - был осрашыу йылдар үтеү менән һүнмәһен, тағы ла дуҫлыҡ ептәренең нығыныуын теләне һәм райондаштарына Хәйбулла халҡы исеменән рәхмәт хаты, иҫтәлеккә бүләк тапшырҙы! “Ҡыҙымды кейәүгә бирәм!” йәки “Һуңлауҙар юҡ ысын һөйөүгә!” исемле театрлаштырылған тамаша тәҡдим ителде.
Концерт бер тыңда гөрләп үтте! Сәхнәнән ағылған һәр йырҙы, моңдо, бейеүҙәребеҙҙе ихлас алҡыштар менән оҙата барҙы Хәйбуллалар! Рәхмәт һеҙгә, һөйөклө тамашасыларыбыҙ һәм хеҙмәттәштәребеҙ йылы һәм дәррәү алҡыштарығыҙ, матур, көләс йөҙҙәрегеҙ, яҡты күңелдәрегеҙ өсөн! Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа Хәйбулла районы концертын май айында район мәҙәниәт һарайында көтөп ҡалабыҙ! 

Дуҫлыҡ күпере сәскә атһын, күк йөҙөбөҙ һәр саҡ аяҙ булыуын теләйбеҙ!

    

Администрация Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Республиканский центр народного творчества Культура.рф 

Столица культуры в Бурзянском районе

450 лет со дня вхождения Башкортостана в состав России

Культурная столица в Бурзянском районе

КВН в бурзянском районе

Культурная столица в Бурзянском районе

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
3 + 0 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.
Яндекс.Метрика