Столица культуры в Бурзянском районе

Праздник Курая

Һабантуй (сабантуй) Бурзянский район

Танцы у юрты Бурзянский район

Курай байрам

Столица культуры в Бурзянском районе

"Яҙ һулышы беҙҙең күңелдә"

Оҙон, йоҡоло ҡыштан һуң, ниһәйәт, түҙемһеҙләнеп көткән ЯҘ беҙгә ишек ҡаға. Яҙ менән бергә наҙ, йәшлек, моң һибелә, ер йәшәрә, тәбиғәт йәмләнә.
21 апрель район мәҙәниәт һарайында үткән "Яҙ һулышы беҙҙең күңелдә" театрлаштырылған концерт быға дәлил. Һәр кем был концертта үҙенең күңел түренән сыҡҡан моңдарын, дәртле бейеүҙәрен тамашасыға еткерергә ашыҡты. Береһенән береһе моңло тауышлы йырсылар, ут сәсрәткән бейеүселәр бер сәхнәлә сығыш яһаны: "Ялҡын" өлгөлө бейеү ансамбле, "Самрау", "Фатима" (ет. Айгизә Даутова), "Сармат" (ет. Фәнис Үтәбаев) һәм "Непоседа" (ет. Дилбәр Алтынбаева) бейеү ансамблдәре, "Инсебикә" халыҡ (ет. Хәлиҙә Ғәҙелшина), "Серҙәштәр" (ет. Дилә Сәғәҙиева), "Гәлсәр" (ет. Айгүзәл Уразаева), "Тамсыҡай" (ет. Дилә Сәғәҙиева) вокал ансамблдәре, яңғыҙ башҡарыусылар: Искәндәр Ғәлиуллин, Рәсил Төлкөбаев, Рәсилә һәм Айгүзәл Сәғитовалар, Айһылыу һәм Алтынай Ғәлләметдиновалар, Зарема Моратшина, Наҙгөл Исламова, Гөлфиә Зиянбаева, Илнара Йомағолова, Наҙгөл Сафина, Рамаҙан һәм Фаягөл Ҡасҡинбаевтар, Айгүзәл Хәсәноваларҙың йыр-бейеүҙәре һәр кемдең күңеленә хуш килде!
Киләсәктә лә ҡатнашыусыларға, тамашасыларға ижади бейеклектәр, һаулыҡ, уңыштар һәм әлбиттә яҙ кәйефе теләйбеҙ!

     

Администрация Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Республиканский центр народного творчества Культура.рф 

Столица культуры в Бурзянском районе

450 лет со дня вхождения Башкортостана в состав России

Культурная столица в Бурзянском районе

КВН в бурзянском районе

Культурная столица в Бурзянском районе

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
3 + 3 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.
Яндекс.Метрика