Столица культуры в Бурзянском районе

Праздник Курая

Һабантуй (сабантуй) Бурзянский район

Танцы у юрты Бурзянский район

Курай байрам

Столица культуры в Бурзянском районе

Яңы Собханғолда - "Урындыҡ байрамы"!

Урындыҡ... Урындыҡ ул- өйҙөң йәме. Элекке башҡорт өйҙәренең һәр береһендә урындыҡ урын алған. Урындыҡ һүҙе үҙе ябай, әммә халҡыбыҙҙың бөтә тарихы –үткәне шунда сағыла. Шулай уҡ урындыҡ рухи тәрбиә урыны ла булған. Бала-сағаны үҙ-ара һәм оло быуын менән бәйләп, күпме йомаҡ ҡойолған, әкиәттәр тыңланған, иҫтәлектәр һөйләнгән, зат-ырыу барланған… Үткәнде киләсәк менән бәйләп, быуындар күсәгилешен тоташтырып торған күпер ул урындыҡ. Рух күпере ул беҙҙең ябай башҡорт урындығы.
Бөгөн, 22 апрель көнө, Яңы Собханғол ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Ейәнбаева Гөлдәр Шәрифйән ҡыҙы һәм Манапова Әҡлимә Ғәриф ҡыҙы "Урындығым-серле донъя" исемле урындыҡ байрамына үҙҙәренең коллегаларын ҡунаҡҡа саҡырҙылар. Байрамды Әҡлимә Ғәриф ҡыҙы асып ебәрҙе. Ул урындыҡ урыны буйынса аңлатып һөйләп үтте. Байрамда сараның йәме булған Яңы Собханғол мәктәбенең "Янһары" ҡумыҙсылар ансамбле (ет.Г.Ә. Йомоғолова), "Ағинәйҙәр" төркөмө (ет. Г.С. Йәмилева), Манаповтар ғаиләһе, М.С. Баймырҙина, "Йәш йөрәктәр" фольклор ансамбле (ет. Ә.Ғ.Манапова) ҡатнаштылар. Шулай уҡ Ш.Ә. Мәзитов, С.Ғ. Алтынбаев, Р.С. Баймырҙина, М. Баймырҙиналар үткәндәргә ҡайтып-үҙҙәренең урындыҡлы бала саҡтарын иҫкә төшөрөп һөйләп үттеләр. Сараның икенсе өлөшөндә балаҫ һуғыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә булды. Мәҙәниәт бүлеге начальниғы К.М. Тләүбаева ауылда үткән һәр сарала әүҙем ҡатнашып һәм ошо урындыҡ байрамын үткәреүҙә ярҙам иткән ауылдаштарға рәхмәт хатын тапшырып үтте. Киләсәктә лә халыҡтың рухи мираҫы булған йолаларҙы һаҡлап һәм уларҙы тергеҙеү, киләсәк быуынға тапшырыу ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең төп бурысы булып тора. Шундай матур сара ойошторған Яңы Собханғол ауыл мәҙәниәте йорто хеҙмәткәрҙәренә алдағы эштәрендә уңыштар теләйбеҙ! Башҡорт халҡының йолалары барҙа- башҡорт халҡы йәшәйәсәк!

         

Администрация Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Республиканский центр народного творчества Культура.рф 

Столица культуры в Бурзянском районе

450 лет со дня вхождения Башкортостана в состав России

Культурная столица в Бурзянском районе

КВН в бурзянском районе

Культурная столица в Бурзянском районе

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
4 + 0 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.
Яндекс.Метрика