Столица культуры в Бурзянском районе

Праздник Курая

Һабантуй (сабантуй) Бурзянский район

Танцы у юрты Бурзянский район

Курай байрам

Столица культуры в Бурзянском районе

БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Йәнғәле Вәхитов иҫтәлегенә район бейеү байрамы үтте

Бөгөн, халыҡ-ара бейеү көнөндә, район мәҙәниәт һарайында 22-се йыл рәттән БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Йәнғәле Вәхитов иҫтәлегенә район бейеү байрамы үтте. Байрамды асып, мәҙәниәт бүлеге начальнигы, БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Клара Мөнир ҡыҙы Теләүбаева барыһын да байрам менән ҡотлап, бейеү ансамблдәре етәкселәренә рәхмәт хаттары, байрамда ҡатнашыусыларға дипломдар һәм бүләктәр тапшырҙы. Артабан концерт дәртле, рухлы, йөрәктәрҙе елкендергес бейеүҙәр менән дауам итте. Тамаша "Самрау", "Ялҡын", "Осҡон", "Фатима" бейеү ансамблдәренең һәм яңғыҙ башҡарыусыларҙың бейеүҙәре менән үрелеп барҙы. "Серҙәштәр" вокал ансамбленең "Өҙә баҫ" йыры һәм Дилә Сәғәҙиева менән Булат Ғизәтуллиндың йырҙары ла тамашасы күңеленә хуш килде. Бер һүҙ менән әйткәндә, байрам концерты бер тында үтеп китте. Ошо концертты ойоштороусы Айгизә Вәлит ҡыҙы Дауытоваға һәм Фәнис Фаил улы Үтәбаевҡа, концертта ҡатнашыусы барыһына ла ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Киләсәктә лә эшләгән эштәрегеҙ һеҙҙе, беҙҙе, тамашасыны ҡыуандырып, һөҙөмтә килтереп торһон!Уңыштар һеҙгә!

Администрация Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Республиканский центр народного творчества Культура.рф 

Столица культуры в Бурзянском районе

450 лет со дня вхождения Башкортостана в состав России

Культурная столица в Бурзянском районе

КВН в бурзянском районе

Культурная столица в Бурзянском районе

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
8 + 2 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.
Яндекс.Метрика